“Урал батыр” ҡобайырында тәбиғәт. Юнир Гафурович Вагапов

Читать онлайн.
Название “Урал батыр” ҡобайырында тәбиғәт
Автор произведения Юнир Гафурович Вагапов
Жанр
Серия
Издательство
Год выпуска 2025
isbn



Скачать книгу

күк йөҙөндә ҡош осалмаҫлыҡ болоттар ҡайнауы тураһында әйтелеүен иҫәпкә алғанда, беҙҙең әлеге “Ҡояш, йондоҙҙар күренһә”, тип өмөт итеү нигеҙһеҙ һымаҡ. Ләкин…, кем белә ул аҡылға һыймаҫлыҡ ағымдың өҫтөндәге бөтә атмосфера күренештәрен?! Мәҫәлән, емергес океан тайфунының үҙәгендә, ғәҙәттә, “око тайфуна” тигән аяҙ күкле, елһеҙ тыныс урын була…

      5.Ташҡын һыу ҡайта башлағас дейеүҙәр кәүҙәһенә оҡшаш тауҙар барлыҡҡа килгәне, үле бушлыҡтар күренгәне; йәншишмәләр

      4400 –

      Дейеүҙәрҙе ҡырған, ти,

      Шул саҡлы улар үлгән, ти,

      4410      Киң диңгеҙҙең өҫтөндә

      Тау барлыҡҡа килгән, ти,

      ––

      Урал барған юлдарҙан

      Халыҡ эйәреп барған, ти.

      ––

      4440      –

      Һыу эсенән бары халыҡ

      Шунда сыға барған, ти.

      Шуға иғтибар итәйек: әгәр ҙә һыу уртаһындағы күҙәтеүсегә ошо “киң диңгеҙҙең” ярҙары күренмәһә, һыуҙан ҡалҡҡан тауҙарҙың, күренгән ҡоро ерҙең ниндәй сәбәп арҡаһында барлыҡҡа килеүен ул бер нисек тә белә алмаясаҡ: был – әллә һыу китеүҙәнме, әллә – улар үҙҙәре һыуҙан күтәреләме? Әлбиттә, яуыз дейеүҙәр йәшәгән һыуы менән китеп барып, халыҡҡа ҡоро урындар ҡалдырҙы, тип һыу күмеп бөтмәгән тауҙарҙа ҡалған кешеләр уйлауы мөмкин түгел, шулай булғас, сәбәптең һуңғыһына ышанырға тейеш булалар ул тәбиғәт балалары. Ошоларҙы иҫтә тотһаҡ, ҡобайырҙың был өлөшөн дә “әкиәт” тип атау хата булыр ине.

      Һыуҙы эсергә яраҡһыҙ иткән диңгез һыуына хас ҡушылмаларҙы дейеүҙәргә бәйләгән ҡараш ҙур,ара-тирәнән айырылып торған,ҡайһы бер тауҙарҙы дейеүҙәрҙең үле кәүҙәләре, тип ышаныуға сәбәп булғандыр, ахыры. Был ошоға бәйле: беҙҙең күҙәтебеҙсә, ҙурыраҡ йылғаларҙың һыу йыйыу майҙандарын айырып яткан тау һырттарында, урыны менән, ямғыр, ҡар һыуҙарының бер яҡҡа ла аҡмай яткан һаҙмат урындар, хатта күләүектәр осрай. Тау һырттарының шундайыраҡ ерҙәрендә ташҡын килтергән диңгеҙ һыуының һаҡланып ҡалыуы – тәбиғи күренеш. Ошо тәме әсе, еҫе ауыр һыуҙың ҡайһы бер тауҙарҙа булыуы уларҙы үлгән дейеүҙәр кәүҙәһе, тип һанауға килтергәндәр. Был оҡшашлыҡты, бөтә үҫемлекте ҡош – ҡортто һыу йыуып алып киткәнгә күрә ара – тирәләге яланғас, ҡурҡыныс өнһөҙ бушлыҡ ныҡ көсәйткәндер… Һыу йыуып асҡан тау ҡатламдарының төрлө төҫтәге өлөштәренә ҡарап, боронғо һунарсылар дейеүҙәрҙәң һөлдәләрендә ҡабырғаларын, умыртҡа һөйәктәрен, уларҙың нисә башлы, ҡуллы булыуын күргәндәрҙер… Тик шуныһы мәғлүм, йәнле тәбиғәт үҙенә яһалған яраларҙы ғәжәп тиҙ арала уңалта алыуға һәләтле. Быға миҫал итеп 19 – сы быуаттың аҙағына яҡын Кракатау вулканы шартлау һөһөмтәһендә диңгеҙ уртаһында барлыҡҡа килгән ике утрауҙы үҫемлектәр һәм йән эйәләренең бик тиҙ үҙләштереүен иҫкә алырға була. Ошоға оҡшаш күренештәр, ташҡын һыу ҡайтҡас, беҙҙә лә булған, ахрыһы – был ҡобайырҙа Йәншишмәнең тылсымлы һыуының көсө менән аңлатыла:

      5260      Дейеүҙән өйгән тауына

      Һыуҙы алып һипкән, ти:

      ––

      5270      Һыу күп һипкән еренән

      Ҡарағай,