Название | “Урал батыр” ҡобайырында тәбиғәт |
---|---|
Автор произведения | Юнир Гафурович Вагапов |
Жанр | |
Серия | |
Издательство | |
Год выпуска | 2025 |
isbn |
Үҙебеҙҙән шуны өҫтәп ҡуйырға мәжбүрбеҙ: картала(1-се һүрәт), ул бик эре масштабта булыуы сәбәпле, Урал тауҙары әйләнәһендәге һанһыҙ эреле-ваҡлы утрауҙар, ярымутрауҙар, ҡултыҡтар, тобалар һ.б. күренмәгәне аңлашыла. Ошо утрауҙар архипелагы менән уралған урында йәшәү тәжрибәһе ундағы Урал батыр ҡәүемен бөтә ҡоро ерҙе ҡапыл килеп баҫҡан ташҡын һыу һәләкәтендә имен ҡалырға ярҙам иткән. (Был турала алда ентекләп һүҙ буласаҡ).
Ҡобайырҙа әйтелгәнсә “Берҙә – бер көн бар ерҙә күк – күмгәк һыу эркелгән”, рәүештә башланған һыу баҫыу һәләкәтен(1380-1390 – сы юлдарҙан) беҙ бында 2-се модель, тип атайбыҙ. Ошо теорияға ярашлы Ерҙә һуңғы ҙур боҙланыу ваҡытында ҡоро ерҙе һыу баҫыуы күренештәре үтә дәһшәтле һәләкәт рәүешендә, ҙур емергес көскә эйә булған, тип фаразлана. Бының сәбәбе түбәндәгесә аңлатыла. Юғарыла күрһәтелгән Төньяҡ боҙло океан ярҙары өҫтөндә ятҡан боҙ дамба Скандинавия ярымутрауы, Шпицберген, Гренландия, Канаданың төньяғы араһындағы һыуҙы ла бөтөнләй быуып, шул океанды “ҡалған” Донъя океаны бассейнынан айырған.(Беринг проливын да боҙ быуған). Ошонан һуң Донъя океанынан быуға әйләнеп һауаға осҡан һыу Ерҙең Төньяҡ “түбәһендә” туплана башлаған. Шуның арҡаһында Ер шарының Төньяҡ полюсы тирәһендә – әлеге Төньяҡ боҙло океанда – һыу менән боҙ ҡатламының өҫкө кимәле янындағы ҡитғаларҙан бер километрҙан(!) юғарыраҡ күтәрелгән.(Ошо урында, ситкәрәк тайпылып булһа ла, уҡыусыға үҙебеҙҙән бер иҫкәрмә яһаһаҡ, артыҡ булмаҫ һымаҡ: Ер шарының диаметры яҡынса 12700 км самаһы, шуны 10 миллион тапҡыр бәләкәйләтһәк, 1,27 метр ҙурлығындағы глобус барлыҡҡа килә. Әйтәйек, Ер шарындағы полюс өҫтөндәге “түбәтәйҙең” ҡалынлығы ҡитғаларҙан 1÷2км юғарыраҡ торһа, был ошо глобуста 0,1-0,2мм ғына ҡалынлыҡ тәшкил итер ине. Уны үлсәмәй тороп, моғайын, күреп тә булмаясаҡ! Беҙҙең ҡарашҡа, килтерелгән сағыштырыу ошо теориялағы Ерҙең төньяҡ полюсы тирәһендәге тупланған боҙ менән һыуҙың ҡалынлығына ышанырға булышлыҡ итә һымаҡ). Иң яңы ошо фәнни ҡарашҡа ярашлы, ҡоро ерҙе һыу баҫыу осраҡтары – Туфан ҡалҡыуы – “океан быуаның” һыуы менән боҙо бик күбәйеп китеүе сәбәпле, һирәк – һаяҡ йә тегендә, йә бында йырылып китеп, һыуын боҙо менән бергә көньяҡҡа – Донъя Океанына табан – ағыҙып ебәреүе менән аңлатыла. Ул океандан сыҡҡан боҙло һыу ағымдары, бер нисә мең йылда бер тапҡыр ғына ҡабатланғанға күрә, был ваҡиғалар планета киңлегенә тиңләрлек ҡеүәткә эйә булғандар. Ошо, 2-се моделгә ярашлы ҡоро ерҙе һыу баҫыуы бик ҙур тиҙлектә аҡҡан ташҡын булған, тип фаразлана. Шул сәбәпле ул ағым һыу юлындағы тау таштарҙы кавитация күренештәре менән емергән һәм бик эре таш киҫәктәрен йөҙҙәрсә саҡырым йыраҡлыҡҡа алып китеп, ятҡырып ҡалдырған. Шулай итеп, төрлө урындарҙа осораған ғибрәт ҙур таштарҙы – әүәле уларҙы боҙланыу осорҙарында боҙ ҡатламы алып килгән, тип һанайҙар ине – яңы теорияны иҫбатлаусы дәлилдәр иҫәбенә