“Урал батыр” ҡобайырында тәбиғәт. Юнир Гафурович Вагапов

Читать онлайн.
Название “Урал батыр” ҡобайырында тәбиғәт
Автор произведения Юнир Гафурович Вагапов
Жанр
Серия
Издательство
Год выпуска 2025
isbn



Скачать книгу

Оло һәләкәттән алдараҡ, Әзрәкә дейеүҙәрен эшкә ҡушмаҫтан элек, Шүлгән туфан һыуын күтәртеп “халыҡты ҡырырға маташҡан”, ләкин уның бөрккән һыуы ҡороған(2-се бүлек, [4]). Был осраҡ Урал тауҙарының ара – тирәһендәге сөсө(тоҙһоҙ) һыулы диңгеҙҙең кимәле ниндәйҙер сәбәп менән ныҡ ҡына күтәрелеп, тағы ла түбәнәйеүенә ишара булыуы ихтимал, тип уйларға нигеҙ бар, сөнки ул, бик киң булһа ла, һай диңгеҙҙең тәрәнлеге төрлө сәбәптәр менән, мәҫәлән, яуым – төшөм миҡдары үҙгәреүе, оҙаҡ иҫкән көслө елдәр, һыуҙың Донъя океанына ағып төшөү юлдары киңәйеүе – тарайыуы һ.б. арҡаһында йыш ҡына ныҡ үҙгәреп торған, тип фаразлана[2]. Был беҙҙең фекерҙең төп таянысы шул: Шүлгән һыу бөрккәндә уға дейеүҙәр ярҙамы тураһында һүҙ юҡ, шуға күрә тәүге һыу баҫыуы дейеүҙәрһеҙ, йәғни сөсө һыу ваҡиғаһы булған, тип ҡарай алабыҙ. Утрау шарттарында йәшәгән, ошо бәләкәйерәк һыу баҫыуҙарға даими тарып көн иткән Урал халҡы ҡапыл баҫҡан һыу һәләкәтендә ҡотолоу ысулдарына эйә булған, тип уйлайбыҙ. Был, әлбиттә, бик дөйөм яуап. Ҡотолоуҙың конкрет сараларына бәйле һүҙ түбәндә буласаҡ. Шуларҙың береһе тураһында ҡобайырҙа:

      4420 –

      Күк күкрәп торған, ти;

      4430.Һыуҙар ҡайнап торған ти.

      ––

      ––

      Ер һелкенгәндәй буған:

      Әзрәкә һушһыҙ йығылған,

      Имәнес ҙур кәүҙәһе

      Һыуҙы урталай бүлгән;

      4440. Халыҡҡа менеп торорға,

      Йәйерәп хәл йыярға

      Ҙур бер Ямантау буған.

      Был юлдарҙан шуны күҙ алдына килтерә алабыҙ: ташҡындың ағыу тиҙлеге бик ҙур булғанға күрә, һыу Ямантауға бәрелгәндә ер һелкенгәндәй булып, күк күкрәү, йәшенле уттар барлыҡҡа килтерерлек бик дәһшәтле тәбиғәт күренеше барлыҡҡа килгән. Туфан һыуының юғарыла аталған икенсе моделенә ярашлы океандан килгән ташҡын һыуҙың тиҙлеге сәғәтенә 100-120-200 км-ға еткән тип һанала[5]. Ҡобайырҙан күреүебеҙсә, был һан ысынға оҡшай. Ғәжәп, ошо хәтәр тиҙлек халыҡтың ҡотолоуына Уралда ла, унан ситкә һыу ағыҙып алып киткәндәренә лә, һәләкәттә тере ҡалырға бер сәбәп булғандыр, һымаҡ күренә беҙҙең ҡарашҡа. Ысынлап та, ҙур тиҙлектә Ямантауға бәрелгән һыу ағымы ике яҡҡа ярылып киткән – “имәнес ҙур кәүҙәһе һыуҙы урталай бүлгән”. Шуның һөҙөмтәһендә тауҙан тайпылып ике яҡҡа һикергән5 ағым Ямантауҙан көньяҡҡа табан байтаҡ ҙур урындарҙы урап үтеп, ағып ятҡан булһа кәрәк. нәҡ ошо урындарҙа “халыҡҡа менеп торорға, йәйерәп хәл йыярға” мөмкинлек барлыҡҡа килгәндер. Ләкин был туфандан ҡотолоуға бер аҙым ғына булған, сөнки артабан йәшәү өсөн, был утрауҙа аслыҡтан, һыуыҡтан һәләк булмау өсөн киң ҡоро ерҙәр табырға тейеш булғандар был һыу йыуып алып китеүҙән ҡотола алған кешеләр. Ошо ниәт менән уларҙың бер өлөшө ҡайыҡтарында ағын һыуға төшөп китергә тейеш булғандыр. Шулай итеп, төньяҡ боҙло океандан сығып Урал тауҙары, Туран уйпатлығы киңлектәре, Иран яҫы тауҙары араһынан юл табып, Һинд океанына барып ҡойған ташҡын ағым[5] бер нисә тәүлек үтеүгә, әкиәттәрҙә(йәки мифтарҙа) ғына була торған рәүештә, Уралда ҡайыҡтарға улырып өлгөргән кешеләрҙе туп-тура7 алыҫ көньяҡтағы һыу баҫа алмаған бейек урындарға