Название | “Урал батыр” ҡобайырында тәбиғәт |
---|---|
Автор произведения | Юнир Гафурович Вагапов |
Жанр | |
Серия | |
Издательство | |
Год выпуска | 2025 |
isbn |
Ниһәйәт, ҡобайырҙан ташҡын һыу баҫыу бәләһенең күпме дауам итеүен дә самаларға мөмкин:
4450. Урал күп йыл һуғышҡан,
––
Урал яуға сыҡҡанда,
Яңы тыуған балалар ҙа
Ат менерҙәй ир буған.
Янына улдары менән ҡустыһы Һаҡмар килгәс тә һуғыштың бер аҙ дауам итеүен 1-2 йыл тип алғанда, ә йәш батырҙарға 15-17 булһа, ошо Туфан һыуы, күрәһең, 16-19 йыл батырҙарҙың ҡәүемдәрен һуғыш дәүеренә хас көсөргәнештә тотҡандыр, тип иҫәпләргә була. (Был мәсьәләгә тағы ла ҡайтасаҡбыҙ).
Иранға ҡағылған тағы бер һүҙ. Ҡобайырҙағы эсергә ярамаған һыу, ихтимал, бик ныҡ тоҙло, әлеге уртаса океан һыуынан тоҙлораҡ булғандыр, тигән фаразға ла урын бар. Сәбәбе – Иран яҫы таулыҡтарындағы барлыҡҡа килеүе билдәһеҙ тоҙ ятмаларының серҙәре нәҡ ошо Төньяҡ боҙло океандан сығып Иран ере аша ағып үткән Туфан һыуынан ҡалған тоҙ, тип аңлатыла гидросфералағы катастрофалар теорияһында[5].
Түбәндә бер ниндәй ҙә фәнни сығанаҡтарға һылтанмайынса, үҙемдән генә – тау инженерынан – уҡыусының иғтибарына бер нисә фекер тәҡдим итәм. Уҡыусы уларҙы ҡарамаһа ла була, сөнки артабанғы хәбәребеҙҙә был һүҙҙәргә таянмаясаҡбыҙ.
1. Һыуҙың ныҡ тоҙло булыуы ла, ихтимал, тип һанауыбыҙҙың сәбәптәре ошо:
Бөтә яғынан да боҙ быуаһы менән уратып алынып, Донъя Океанынан айырылған Төньяҡ боҙло океандың өҫтөндәге боҙҙан хасил булған “ҡалҡан”дың яуым – төшөм (башлыса, ҡарҙыр) сәбәпле ҡалынлығы артып, ҡитғаларҙан да юғарыраҡ күтәрелгән ваҡыттарҙа, бәлки, ошо боҙ “ҡалҡан” аҫ яҡлап та, океандың үҙенең һыуы туңыуы сәбәпле лә, ҡалынайғандыр. Ошо фараз хәҡикәткә тап килһә, океандың һыуындағы тоҙҙоң миҡдарының проценты артырға тейеш була, сөнки һыуҙың туңған өлөшөндәге тоҙ туңмаған өлөшөнә күсә.
2. Беҙҙеңсә, Уралда ҡыйыҡтарына ултырып ағып һыуға төшөп киткән(дөрөҫөрәге, күп осраҡтарҙа һыу үҙе ағыҙып алып киткән) кешеләрҙең һыуҙан сығыу өсөн 2000км-ҙан ары ятҡан Иран тауҙарынан башҡа бер ниндәй ҙә мөмкинселеге булмаған – юлда улар икһеҙ – сикһеҙ ағын һыу уртаһында ҡалғандар. Тик диңгеҙҙә уларға яҙмыш бик мәрхәмәтле булған: тауҙарға бәрелгәндә ярһыған һыу уларҙы күмгәс, арыраҡ – тауҙарҙан ялан яҡҡа сыҡҡас та – тыныс сапҡан. Уның хәтәр тиҙлеген – сәғәтенә 100-150 км булһа ла – уның менән ағып барған кешеләр бөтөнләй тоймаған. Сәбәбе – ара – тирәлә гел генә һыу булған, ә кәмә өҫтөндәге ниндәйҙер кимәлдәге ҡалынлыҡтағы һауа ҡатламы һыу, ҡайыҡтар менән бер тиҙлектә тиерлектә хәрәкәт итергә тейеш булған, сөнки ул аҡҡан һыуҙың киңлеге йөҙҙәрсә