Китап

Все книги издательства Китап


    Йондоҙҙарҙан сиктем ҡулъяулыҡ / Звездный платочек (на башкирском языке)

    Зухра Сафина

    Йәш ижадсының тәүге йыйынтығына мөхәббәт, милли рух менән һуғарылған фәлсәфәүи, хисле лирикаһы, йырҙары тупланды.

    Күк сәскәләр / Синие цветы (на башкирском языке)

    Лейсан Мараканова

    Ләйсән Мараҡанованың тәүге китабына йәшлек, мөхәббәт, ғаилә темаларына арналған хикәйәләре тупланды.

    Шаҡмаҡ ҡояш / Квадратное солнце (на башкирском языке)

    Мунир Кунафин

    Авторҙың был китабына һуңғы йылдарҙа яҙылған повесть һәм хикәйәләре индерелде. «Кешелеккә тоғролоҡ», «Инстинкт…» кеүек әҫәрҙәре матбуғатта баҫылғанда уҡ уҡыусылар араһында оло шаңдау уятты. Яҙыусының әҫәрҙәре композицион йыйнаҡлығы, сюжет тығыҙлығы, күтәрелгән проблемаларҙың масштаблығы һәм тәрәнлеге менән башҡорт әҙәбиәте тарихында яңы бит аса. Әҫәрҙәр уҡыуға еңел һәм ябай кеүек тойолһа ла, бик етди, ҡатмарлы фәлсәфәүи мәсьәләләрҙе күтәрә.

    Хәйләкәр төлкө / Хитрая лиса (на башкирском и русском языках)

    Группа авторов

    Әкиәттә изгелеккә яуызлыҡ менән яуап биреүҙең нимәгә килтереүе һүрәтләнә. В сказке говорится о том, что случается, когда на добро отвечают злом.

    Ғәмәл дәфтәре / Книга деяний (на башкирском языке)

    Салават Абузаров

    Салауат Әбүзәрҙең һутлы тел, сағыу образдар менән туҡылған шиғырҙары, поэмалары күңел елкәндәренә өргән ел кеүек ҡағыла: берсә наҙлап ҡына һыйпап үтә, берсә ғәйрәтле дауылдарға әйләнеп, моң даръяһына ташлай.

    Мөхәббәт баҡсаһы / Сад любви (на башкирском языке)

    Салават Абузаров

    Китапҡа авторҙың драматургия тигән мөғжизәле донъяға аяҡ баҫҡан мәлендә яҙылған тәүге әҫәрҙәре тупланды. Уларҙың бер нисәһе республика театрҙары сәхнәһендә ҡуйылып, тамашасы һөйөүен яуларға ла өлгөрҙө.

    Тауҙарҙа тыуған елдәр / Ветры с гор (на башкирском языке)

    Фаиз Харрасов

    «Тауҙарҙа тыуған елдәр» – Фәиз Харрасовтың икенсе китабы. Йәш яҙыусы үҙен төрлө жанрҙарҙа һынап ҡарай. Автор үҙенсәлекле, лирик стилдә яҙа, укымлы хикәйәләй, поэтик фәлсәфә лә һиҙемләнә. Әҫәрҙәре заманса тематиканан ғибәрәт, һәр береһе тормоштоң ҡырҡыу проблемаһын күтәреп сыға.

    Бала саҡ күҙҙәре / Взгляд из детства (на башкирском языке)

    Минигуль Тайсина

    Миңлегөл Тайсинаның тәүге китабына ингән шиғырҙарының төп темаһы – тыуған яҡ матурлығы, тәбиғәттең төрлө мәлдәре, кеше күңеле, кисерештәре, мөхәббәт тойғолары. Әсәлек хистәре, әсәгә, балаға ҡарата сикһеҙ һөйөү менән һуғарылған йыйынтыҡ күңелегеҙгә хуш килер, тип ышанабыҙ.

    Йөрәгемдә – яҙҙарым / В сердце – весна (на башкирском языке)

    Ринат Сулейманов

    Автор «тигеҙ түгел алышта» ғәҙеллек даулаусы булып сығыш яһай. Тормош лабиринтында аҙашып, шәхси яҡтылығына юл эҙләй. Халҡы исеменән, уның менталитетына һәм холҡона таянып, бөгөнгө йәшәйеш мәсьәләләренә ҡарашын белдерә. Кешеләрҙә рухи эңерҙең оҙаҡҡа һуҙылыуын тойоп, йөрәктәрҙе яҙ кәйефе менән тулыландырырға ашыға.

    Тәмле Яңы йыл / Вкусный Новый год (на башкирском языке)

    Зульфия Кускильдина

    «Тәмле Яңы йыл» – авторҙың икенсе китабы. Балалар матбуғатында тәжрибә туплаған әҙибәнең хикәйәләре, әкиәттәре бик мауыҡтырғыс: улар уҡыусыны ҡыҙыҡлы, мажаралы ваҡиғалары, тел байлығы менән йәлеп итә. Кыҫҡа ғына әҫәрҙәргә күп мәғлүмәт һалыныуы ла Зөлфиә Кускилдинаның ижадына мәртәбә өҫтәй.