Йәш авторҙың тәүге китабында күпселеген социаль-психологик пландағы хикәйәләр өҫтөнлөк итһә лә, геройҙар тормош ығы-зығыларына бирешмәй, йәшәйеш, мөхәббәт кеүек мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында уйлана. Ә өлкән йәштәге мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән әҫәрҙәр тәрбиәүи яҡтан күтәрелгән проблемалары менән әһәмиәтле.
Был йыйынтыҡтағы шиғырҙарҙа Фәнил Бүләковтың тормош, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланыуҙары, халиҡ яҙмышы, уның рухи байлығы хаҡында кисерештәре тасуир ителә. Шағир тыуған ерҙең хозурлығына һәм мәңгелек хис – мөхәббәткә дан йырлай.
Монографияла хәҙерге башҡорт романы поэтикаһының инештәре, формалашыу юлдары тикшерелә. Автор бай материалдар нигеҙендә жанрҙың милли үҙенсәлектәрен өйрәнә. Хәҙерге башҡорт романдарының поэтикаһын тикшереүгә ҙур урын бүлә.
Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, танылған шағирә Лариса Абдуллина йәш үҫмерҙәр өсөн ижад ителгән мажаралы фантастик повесын уҡыусылар хөкөмөнә тәҡдим итә.
Китапта билдәле башҡорт шағирәһе Лариса Абдуллинаның һуңғы йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары тупланған. Әҙәбиәтселәр билдәләүенсә, уның ижадына сағыу образлы тел, ихласлыҡ, тәрән фекерләү, халыҡсанлыҡ хас.
Һәҙиә Дәүләтшина – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан сыҡҡан күренекле яҙыусыларҙың береһе. Яҙыусы «Ырғыҙ» романында тарихи әһәмиәткә бай булған ҙур дәүерҙе ала. Автор 1902—1922 йылдарҙағы башҡорт халҡының тормошон, революция йылдарында, Граждандар һуғышы осоронда иҙеүселәргә ҡаршы аяуһыҙ көрәшен, большевиктар партияһы етәкселегендә бәхетле тормошҡа сығыуын күрһәтә.
Билдәле яҙыусы-сатирик, журналист Венер Исха-ҡовтың был китабына һуңғы йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре тупланды. Йәмғиәтебеҙҙәге етешһеҙлектәрҙе шул тиклем ябай, һәр кешегә аңлайышлы итеп яҙыуы менән алдыра автор. Уның юмористик хикәйәләре ҡоро күңел асыуға, ауыҙ йырыуға түгел, ә ғибрәтле хәл-ваҡиғалар аша тормоштағы мәҙәни, әхлаҡи етешһеҙлектәрҙе фашлауға ҡоролған. Был йыйынтыҡ әҙәбиәт һөйөүселәр күңелендә лайыҡлы урын алыр тигән өмөттәбеҙ.
Марат Әминевтең был китабына һуңғы йылдарҙа яҙылған хикәйәләре һәм иң шәп юморескалары тупланған. Әҙиптең 50 йәшлек юбилейы уңайы менән сығарылған йыйынтыҡтағы әҫәрҙәр уҡыусыны берсә уйландырып, фәһем алырға әйҙәр, берсә ихлас көлдөрөр, күңелен күтәрер.
Морат Солтан (Мурат Муратович Султанов)
«Төн йырсыһы» – Морат Солтандың тәүге шиғырҙар йыйынтығы. Бәлки, улар һеҙгә сәйер, йәки артыҡ ҡурҡыныс һәм ҡараңғы тойолор. Улар мистика, хоррор, готика жанрҙарына ҡарай. Шағирҙы кеше күңеленең, тормоштоң аңлашылмаған, серле яҡтары ҡыҙыҡһындыра.
Авторҙың «Гәлсәр күңел» исемле шиғырҙар йыйынтығында йәшәйешкә, заманға булған ҡарашы, йәштәр күҙлегенән сығып, донъялағы мәңгелек ҡиммәттәр, кеше мөнәсәбәттәре, тәғәйенләнеш тураһындағы фәлсәфәүи уйланыуҙары сағыла. Һөйөү лирикаһы, кешенең эске торошо, тыуған ил, ер, тәбиғәт тураһындағы тәрән йөкмәткеле шиғырҙары уҡыусылар күңеленә хуш килер.