Салауат Әбүзәрҙең һутлы тел, сағыу образдар менән туҡылған шиғырҙары, поэмалары күңел елкәндәренә өргән ел кеүек ҡағыла: берсә наҙлап ҡына һыйпап үтә, берсә ғәйрәтле дауылдарға әйләнеп, моң даръяһына ташлай.
Китапҡа авторҙың драматургия тигән мөғжизәле донъяға аяҡ баҫҡан мәлендә яҙылған тәүге әҫәрҙәре тупланды. Уларҙың бер нисәһе республика театрҙары сәхнәһендә ҡуйылып, тамашасы һөйөүен яуларға ла өлгөрҙө.