«Меланхолия» – это стихи, выстраивающие целый многомерный мир, полный видимого и осязаемого, мистического и скрытного. Автор, с присущим ему философским отношением к жизни, исследует тонкую материю времени, вопросы эфемерности света и тьмы, радости и боли, цели пребывания человека на этой земле и образы того места, куда он отправится после смерти. Книга состоит из четырех частей и включает в себя стихи, написанные с 2013 по 2018 год.
Башҡорт совет әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы, башҡорт классигы Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 140 йыл тулыу айҡанлы сығарылған «Фәҡирлектә үткән тереклек» исемле китабына повестар һәм хикәйәләр тупланды.
Бөйөк башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың (1895—1919) тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы нәшер ителгән был китапҡа киң ҡатлам уҡыусылар яратып уҡыған шиғырҙары һәм поэмалары тупланды.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Ханна-нованың нескә күңел донъяһынан урғылған шиғырҙарға эскерһеҙлек, ихласлыҡ һәм саф күңеллелек, шулай уҡ романтик йүнәлеш хас. Уның шиғриәте кеше һәм халҡыбыҙ яҙмышындағы ҡатмарлы ҡаршылыҡтар тураһында уйландыра, яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа, юғарылыҡҡа әйҙәй, күңелдәребеҙгә аҡ нур бөркә, йәм өҫтәй.
Мауыҡтырғыс шиғырҙар, ҡыҙыҡлы һүрәттәр менән биҙәлгән китап кескәйҙәр күңеленә хуш килер тигән өмөттәбеҙ.
Был йыйынтыҡта авторҙың мәктәп йылдарынан алып бөгөнгәсә ижад ителгән шиғырҙары тупланды. Айбулаттың шиғриәтендә тәбиғәт һәм кеше мөнәсәбәте темаһы өҫтөнлөк ала. Ҡулығыҙҙағы китапта күңелегеҙгә яраҡлы юлдар таба алырһығыҙ тип ышанабыҙ.
Балалар яҙыусыһы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Кускилдинанын, «Ҡуян баҙарҙа нисек бүре һатҡан» тигән китабына кесе һәм урта мәктәп йәшендәге балалар өсөн хикәйә һәм әкиәттәре индерелде. Автор бала белергә һәм ауларға тейешле хәл-күренештәрҙе художество саралары менән еткереү оҫталығына эйә. Әҙибә кешеләр һәм беҙҙе уратып алған донъя хаҡында, кескәйҙәр һәм ололар араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында мауыҡтырғыс мажаралар уйлап сығара. Әҫәрҙәрҙеу теле бай һәм шиғриәтле.
Был әкиәттә балалар яҡшылыҡ менән яманлыҡ көрәшендә изгелектең еңеп сығыуына шаһит булыр.
«Тамсы ни өсөн алтын?», «Моңдоң сере ниҙә?», «Бәхет ни өсөн юлда табылған?» – тиһәгеҙ, серле, тылсымлы, мауыҡтырғыс әкиәттәр иленә рәхим итегеҙ, кескәйҙәр!
Иң бәләкәй шиғри йыйынтығы өсөн йомаҡ. Сборник стихотворных загадок для самых маленьких.