Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, танылған шағирә Лариса Абдуллина йәш үҫмерҙәр өсөн ижад ителгән мажаралы фантастик повесын уҡыусылар хөкөмөнә тәҡдим итә.
Китапта билдәле башҡорт шағирәһе Лариса Абдуллинаның һуңғы йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары тупланған. Әҙәбиәтселәр билдәләүенсә, уның ижадына сағыу образлы тел, ихласлыҡ, тәрән фекерләү, халыҡсанлыҡ хас.