Салауат Юлаев ордены кавалеры, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның әҫәрҙәренең II томына тупланған очерктар, хәтирәләр һәм публицистик мәҡәләләр халҡыбыҙҙың иң ҡиммәтле милли мираҫы – тәрбиә ҡанундарын сағылдыра.
Наилә Хәмбәлиеваның «Күңелеңә алтын яғам» исемле йыйынтығында шағирәнең иң тәүге ижад емештәре тупланған. Тәү сиратта мөхәббәт ерлегендә тыуған нескә, яҡты хистәр, һағыш-кисерештәр, һәм шулай уҡ тыуған ергә, туған телгә арнап илһөйәрлек, телһөйәрлек рухы менән һуғарылған шиғырҙар урын алды.