Был китапҡа тотош быуат һыйған. Ниндәйҙер мөғжизә менән тарих китаптары юҡҡа сыҡһа, Таңсулпан Гарипованың роман-эпопеяһы буйынса егерменсе быуатты ҡайтанан тергеҙеп булыр ине. Тарих тирмәненә бойҙай бөртөктәреләй төшкән кеше яҙмыштары матурлыҡҡа һәм батырлыҡҡа һынау тота. Бәғзеһе онға әйләнә, бәғзеһе кәбәккә…
Бу җыентыкка Дилбәр Булатованың соңгы елларда иҗат иткән повестьлары һәм хикәяләре тупланды. Әсәрләрдәге геройлар нинди генә сынауларга дучар булмый! Гомер юлында аларны бик күп тукта-лышлар көтә: Мәхәббәт һәм Хыянәт, Шатлык һәм Авыру, Дәрәҗә һәм Түбәнсетү һәм башкалар, һәм башкалар. Ләкин уңышлар да, ялгыш-лар да шуның белән кадерле – алар барысы да үзебезнеке…
Рәсүл Байгилдиндың әҫәрҙәре күп яҡлы, киҫкен сюжетлы булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Яҙыусы тәрән фәлсәфәүи темалар күтәрә. Раят Вәлиевтың әҫәрҙәре байтаҡ ҡына дәүерҙе, уҙған быуаттың уртаһынан бөгөнгө көндәргә хәтлемге ваҡытты, үҙ эсенә ала. Автор төрлө замандағы ауыл тормошон, ауыл кешеләрен, уларҙың хис-тойғоларын, йәшәйештәрен сағылдырыуға ҙур иғтибар бирә.
Шағир һәм журналист Рәшит Зәйнуллиндың «Йәшәү көсө» китабында заманыбыҙҙың күренекле шәхестәре менән әңгәмәләр, халҡыбыҙҙы борсоған проблемалар тураһында яҙмалар, ижади портреттар һәм һүрәтләмәләр урын алған. Үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ тураһында уйланғандар, сәйәсәт, тарих, бизнес, әҙәбиәт, сәнғәт менән ҡыҙыҡһынғандар был йыйынтыҡҡа битараф ҡала алмаҫ.
Һүҙлек 3 меңгә яҡын терминды үҙ эсенә ала. Шулай уҡ ҡушымталарҙа тышҡы билдәләре буйынса минералдарҙы асыҡлау ысулы, донъяла атаҡлы ғалимдарҙың һәм республика ер аҫтын өйрәнеүгә индергән ҙур фәнни-ғәмәли ҡаҙаныштары менән билдәле геологтарҙың һәм эре тау-геология предприятиелары етәкселәренең исемдәре бирелә. Баҫма мәктәп уҡыусыларына, йәш геологтар хәрәкәте ағзаларына, студенттарға тәғәйенләнә. Һүҙлек менән тәржемәселәр, журналистар, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре һәм киң ҡатлам уҡыусылар файҙалана ала.
Күренекле шағир һәм прозаик Мәүлит Ямалетдиндың «һайланма әҫәрҙәр»енең II томына «Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым», «Бала ҡарға», «Ҡорбан», «Аймылыш» повестары, «Кәкүккәй», «Ыласын», «Кинйәһылыу» һ. б. хикәйәләре индерелде.
Күренекле шағир һәм прозаик Мәүлит Ямалетдиндың «һайланма әҫәрҙәр»енең I томына «Ирәмәл», «Ай ҡыҙы», «Таң йондоҙо», «һомай ҡош», «һаумы, зәңгәр һауа!», «Ыҙан», «һуҡмаҡ» йыйынтыҡтарын тәшкил иткән шиғырҙары, поэмалары, эпик әҫәрҙәре һәм тәржемәләре, шулай уҡ яңы шиғырҙары индерелде.
«Ак дөньям» җыентыгы һәркемнең күңелендә булган, беркайчан да иcкермәгән мәңгелек матур темага – мәхәббәткә багышлана. Бу дөньяда гомерендә бер тапкыр булса да сөю тойгысы кичерми калган кеше юк. Сагышлымы ул, сөенечлеме, мәхәббәт татыган миҙгелдәр онытылмый. Шуңа «Ак дөньям» дагы көчле хисләр белән сугарылган лирик шигырьләр, мавык-тыргыч сюжетлы хикәяләр һәркем күңеленә хуш килер.
Билдәле башҡорт шағиры Зөфәр Вәлиттең донъя, йәшәйеш, мөхәббәт темаларына яҙылған әҫәрҙәре моңло шишмәне хәтерләтә, күп кенә шиғырҙары композиторҙар тарафынан йырға һалынған. Әҙип замандаштарын тарихыбыҙға тоғро булырға, рухи тамырҙарҙы онотмаҫҡа өндәй.
Арҙаҡлы шағир, прозаик, публицист, йәмәғәт эшмәкәре һәм ғалим-энциклопедист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Шәкүрҙең «Һайланма әҫәрҙәр»енең 2-се томына әҙәбиәт белеменә ҡараған мәҡәләләре, күренекле әҙәбиәт, сәнғәт һәм фән эшмәкәрҙәре тураһындағы ижади портреттары, үҙ ваҡытында гәзит-журналдарҙа баҫылып сыҡҡан интервьюлары индерелде. Баҫма киң ҡатлам китап уҡыусыларға тәғәйенләнә.