Книга рассказывает историю молодого человека прошедшего ад войны, искушенного жизнью и смертью, любовью и ненавистью. Потерю жизненных ориентиров и поиск своего пути.
Был китапҡа тотош быуат һыйған. Ниндәйҙер мөғжизә менән тарих китаптары юҡҡа сыҡһа, Таңсулпан Гарипованың роман-эпопеяһы буйынса егерменсе быуатты ҡайтанан тергеҙеп булыр ине. Тарих тирмәненә бойҙай бөртөктәреләй төшкән кеше яҙмыштары матурлыҡҡа һәм батырлыҡҡа һынау тота. Бәғзеһе онға әйләнә, бәғзеһе кәбәккә…
Күренекле шағир һәм прозаик Мәүлит Ямалетдиндың «һайланма әҫәрҙәр»енең II томына «Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым», «Бала ҡарға», «Ҡорбан», «Аймылыш» повестары, «Кәкүккәй», «Ыласын», «Кинйәһылыу» һ. б. хикәйәләре индерелде.
Һеҙ ҡулға алған йыйынтыҡ – Рәйлә Сабитованың икенсе китабы. Уның әҫәрҙәрендә хәҙерге заман һулышы, халыҡтың аҡылы, уйланыуҙары тығыҙ рәүештә үрелеп бара. Авторҙың стиленә диалект һүҙҙәр, неологизмдар хас булыуы менән уҡыусыларға бик ҡыҙыҡлы.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Абдулхаҡ Игебаевтың «Әҫәрҙәр» енә поэмалары, ҡобайырҙары, бағышлауҙары индерелде.
Был йыйынтыҡҡа күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге Республика Дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың төрлө йылдарҙа ижад иткән повесть һәм хикәйәләре тупланған. Автор үҙенең әҫәрҙәрендә замандаштарыбыҙҙы борсоған ҡырҡыу мәсьәләләрҙе күтәрә. Яҙыусы, ҡайһы ваҡытты тасуирлаһа ла, замана һулышын зирәк аҡылы, һиҙгер йөрәге менән нескә тойомлап, сағыу буяуҙар менән уҡыусы күңеленә еткерә.