Балалар яҙыусыһы, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Кускилдинанын, «Ҡуян баҙарҙа нисек бүре һатҡан» тигән китабына кесе һәм урта мәктәп йәшендәге балалар өсөн хикәйә һәм әкиәттәре индерелде. Автор бала белергә һәм ауларға тейешле хәл-күренештәрҙе художество саралары менән еткереү оҫталығына эйә. Әҙибә кешеләр һәм беҙҙе уратып алған донъя хаҡында, кескәйҙәр һәм ололар араһындағы мөнәсәбәттәр тураһында мауыҡтырғыс мажаралар уйлап сығара. Әҫәрҙәрҙеу теле бай һәм шиғриәтле.
«Тәмле Яңы йыл» – авторҙың икенсе китабы. Балалар матбуғатында тәжрибә туплаған әҙибәнең хикәйәләре, әкиәттәре бик мауыҡтырғыс: улар уҡыусыны ҡыҙыҡлы, мажаралы ваҡиғалары, тел байлығы менән йәлеп итә. Кыҫҡа ғына әҫәрҙәргә күп мәғлүмәт һалыныуы ла Зөлфиә Кускилдинаның ижадына мәртәбә өҫтәй.